top of page
Говорят  дети.  Балалар теле менән

Ғәзим, 4 йәш

- Ҡартәсәй, һин әбейме?

- Юҡ, ни эшләп мин әбей булайым, - ти.

- Улай булғас, һин, ҡартәсәй, ҡыҙыҡай әбей.

Камила (7 йәш)

Картуф баҡсаһында картуф утап йөрөйбөҙ. Балалар ялан аяҡ йөрөй ине. Камила:

- Команда босикомых, за мной, - тип йүгерергә саҡыра.

Тыңлап торған олатаһы:

- Камила, бәлки команда босоногих? - тип һорай.

Камила:

- Ә, эйе, команда босоногих, - тип төҙәтә.

Әлиә (5 йәш)

Бер көндө ҡыҙым:

-Әсәй, бәпәйҙе ҡайҙан алалар ул, - тип һорай.

Мин:

- Магазиндан алалар, - тип яуап бирәм.

- Һе, мин бер ҡасан да магазинда бәпәй һатҡандарын күргәнем юҡсы, - ти.

Сәғит  (2 - 2,5 йәш)

Улымдың яңы теле асылған сағы. Уға иң еңел шиғырҙарҙың береһен өйрәтәм:

Урамда буран, 

Мин өйҙә торам.

Тәҙрә аша 

Тик ауыҙ йырам.

Мин әйтәм, ул ҡабатлай.

Урамда буран,

Уламда булан.

Мин өйҙә торам.

мин өйҙә тоям.

Тәҙрә аша, - 

- Э-е, мин тәҙейә ашамайым, тине лә ҡуйҙы.

Ғәлинур (4 йәш)

Ғәлинур йоҡларға теләмәй. Йә һыу эсәм, тип, йә туалетҡа барам, тип тора ла тора. Ята торғас: "Миңә телевизор ҡамасаулай", - ти. Ҡатыраҡ итеп: "Күҙеңде, ҡолағыңды яп та, йоҡла", - тием. Бер аҙ ятҡас: "Күҙемде яптым, ҡолағым ябылмай", - тип  мыжырға тотондо.

Искандер (4 года)

Бабушка говорит Искандеру:

- Что - то ты какой - то желтенький. Мне это совсем не нравится.

На что Искандер отвечает:

- Я же как птичка! Вылупился из яичка.

Рафаэль (4 йәш)

Рафаэль балалар баҡсаһыеа барғанда гел генә кеҫәһенә тултырып печенье һалып ала. Бер көн әҙерәк һалһам, миңә: - Әсәй, нимәгә печеньены улай әҙ генә һалаһың, мин бит уны балаларға ашатам, әтеү улар унда ас йөрөйҙәр бит, - ти.

Нурания, (6 йәш)

Бер ваҡыт көнө буйы өләсәләрендә свет булманы. Кискә әсәһе менән телефондан һөйләшә. Әсәйе һорай:

- Свет яндырҙылармы? - тиеп.

- Чуть-чуть яндырили и выключили, - тиеп яуап бирә Нурания.  (сөнки башҡорт телендә ауыр аралаша)

bottom of page