Ғаилә байрамы - Етегән
- islamgulovagulnas
- 12 мар. 2018 г.
- 1 мин. чтения






1 мартта "Аҡбуҙат" төркөмөндә ата - әсәләр менән берлектә Ғаилә йылына ҡарата Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам үтте. Байрамдың төп ҡунаҡтары тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре ине. Сарала төрлө конкурстар үткәрелде, балалар үҙҙәренең күңел йылыларын йырҙары, шиғырҙары аша еткерҙе. Дәртле бейеүҙәр байрамды биҙәне. Ата-әсәләр балалары менән бергә төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Байрам күмәк бейеү менән тамамланды. Саранан һәр кем дәрт-дарман алып таралышты.
Comments