Әсәйем - ҡәҙерлем!
- islamgulovagulnas
- 26 нояб. 2023 г.
- 1 мин. чтения
Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз, һүҙ - әсәй! Әсәй - ул һәр кем өсөн иң ҡәҙерле изге кеше.Ошо кескәй генә һүҙҙә күпме йылылыҡ, яғымлылыҡ бөркөлә.
Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә халыҡ- ара Әсәйҙәр көнө билдәләнә. "Аҡбуҙат" төркөмөндә лә был аҙна әсәйҙәргә бағышланды. Кескәйҙәр әсәйҙәр тураһында әҫәрҙәр, йырҙар тыңланы, шиғырҙар өйрәнде. Иң ҡәҙерле кешеләренә үҙ ҡулдары менән бүләк әҙерләнеләр.
Kommentare