Арт - объекттар конкурсы
- islamgulovagulnas
- 16 февр. 2021 г.
- 1 мин. чтения
Арт-объекттар конкурсы иғлан ителгәс тә "Аҡбуҙат" төркөмө балалары һәм тәрбиәселәре төркөмдәренең исеме менән ауаздаш булған ҡанатлы атты эшләргә ҡарар итте. Эш бик еңелдән булманы, әлбиттә. Шулай ҙа тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне: беренсе урын беҙҙеке! Был арт-объектты эшләү барышында беҙ "Аҡбуҙат" әкиәте менән таныштыҡ, тағы ла ниндәй әҫәрҙәрҙә ҡанатлы аттар осрауын да ҡараныҡ. Аҡбуҙат образы менән танышыу беҙгә бик оҡшаны!


Comments